Вакциналау тураһында сертификатты гипермаркеттарға ингәндә тикшерәсәктәр

10 ноябрҙән Башҡортостанда вакциналау тураһында сертификат, һуңғы ярты йыл эсендә коронавирус уҙғарыу хаҡында белешмә йәки ПЦР-тест һөҙөмтәләре менән бергә прививка эшләтеүгә медицина сикләүен раҫлаусы документтан тыш, гипермаркеттар һәм мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләгән башҡа сауҙа ойошмаларына индермәйәсәктәр.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡарар республиканың коронавирус инфекцияһын таралыуҙы иҫкәртеү буйынса оператив штабы ултырышында раҫланды. Был башланғыс менән Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков сығыш яһаны. Радий Хәбиров тәҡдимде хупланы һәм юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға төҙәтмәләр индерергә ҡушты.

Оператив штаб ултырышында шулай уҡ республика предприятиеларында вакциналау күрһәткестәре буйынса ла фекер алышынды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль хеҙмәт ҡарары нигеҙендә 18 декабрҙән вакцина ҡаҙатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эш урындарына үткәреү сикләнә. Был осраҡта хеҙмәт хаҡы түләнмәй.

Гөлдәриә Йосопова