Ағиҙел йылғаһы аша күпер файҙаланыуға тапшырылғандан һуң баш ҡалаға инеү ваҡыты ҡыҫҡарған

Мәғлүм булыуынса, аҙнаның тәүге эш көнөндә һәм иртәнге сәғәттәрҙә тығындар бигерәк тә көслө була. Һауа торошо боҙолған көндәрҙә автомобилдәр хәрәкәте айырыуса ҡатмарлаша. Әммә бөгөн юл асыҡ.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Өфөгә ингән ерҙә хәҙер алты һыҙат булыуы тығындарҙың юҡҡа сығыуына килтергән. Екатерина Чиркова Дим биҫтәһендә йәшәй, элек үҙәккә тиклем барып етергә 40 минут талап ителһә, хәҙер күпкә тиҙерәк.

Киләһе этап – Зәки Вәлиди менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендә үткәүел төҙөү. «Дуҫлыҡ монументы» яғына төшөү юлын быйыл декабрь аҙағына тиклем асыу ҡаралған. Ә башҡа боролоштарҙы киләһе йыл дауамында сафҡа индереү күҙаллана. Шулай уҡ яҡын киләсәктә бында хәрәкәт схемаһы ла үҙгәрә, майҙанда реверсив светофорҙар ҡуйыла. 

Рәмзиә Кәримова