Бөгөн төндә Октябрьский ҡалаһында күп фатирлы йортта ут сыҡҡан. 9-сы ҡатта фатир янып киткән. Һаулыҡ өсөн хәүефле булған төтөн һәм һөрөм таралған ҡаттарҙа урынлашҡан фатирҙарҙан 10 кеше, шул иҫәптән өс бала сығарылған. Янғын сыҡҡан фатир хужаһы, 56 йәшлек ир дауаханаға оҙатылған, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Республика идаралығынан.