Республика башлығы Радий Хәбиров иҫерек водителдәр менән көрәште көсәйтергә ҡушты

Был турала юлдарҙа хәүефһеҙлек буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында белдерелде. Быйыл республикала 11 мең ярым кеше алкоголь ҡулланғандан һуң машина йөрөтөп тотолған. Иҫеректәр 256 аварияла ғәйепле тип табылған. Уларҙа 54 кешенең ғүмере өҙөлгән, 338 кеше имгәнгән. Иҫерек аварияларҙың күбеһе Өфө, Баймаҡ, Белорет, Туймазы, Ишембай райондары юлдарында теркәлгән.