Үткән аҙнала, ял көндәрендә Республика менән идара итеү үҙәгенә халыҡтан мөрәжәғәттәр һаны икеләтә кәмегән. Ноябрҙең тәүге аҙнаһында 3 мең 100-ҙән ашыу шылтыратыу һәм хәбәр алынған. Уларҙың күбеһе коронавирустан прививка алыуға бәйле. Шулай уҡ юлдар торошона зарланыусылар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙар күп теркәлгән.