Был турала Хөкүмәт вице-премьеры - Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Прививканың беренсе компонентын халыҡтың 70 проценты алған. Бер үк ваҡытта кешеләр гриптан да вакцина эшләтә, тине ул.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМаксим Забелин “Спутник Лайт” вакцинаһына бәйле хәлгә лә аңлатма бирҙе. Социаль селтәрҙә был препараттың булмауы тураһында хәбәрҙәр үткән аҙнала таралғайны.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала 150 урында, шул иҫәптән, мобиль пункттарҙа вакцина яһатырға була. Башҡортостан халҡы бындай нөктәләрҙе арттырыуҙы һорай. Алдан яҙылып, билдәләнгән ваҡытҡа килеп, сиратта тормай ғына прививка эшләтеү мөмкинлеге булһын ине, ти кешеләр. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив штаб ултырышында Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм Өфө хакимиәтенә мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләргә ҡушты.