Дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау программаһына ярашлы, фатир хужаларынан йыйылған аҡсаға быйыл Өфөлә 16 өйҙөң тышҡы йөҙө яңыртылған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКүләмле эштәрҙең береһе Интернациональ урамы, 115-се йортта башҡарылған. Подрядсы ойошма өйҙөң фасадын төҙөкләндереүгә май аҙағында тотонған. Биш ҡатлы панель өйҙә йәшәүселәр йыш ҡына ҡышҡы миҙгелдә фатирҙарының һалҡын булыуына зарлана.
Шуға ла капиталь ремонт барышында йортто тышҡы яҡтан йылытыуға ҙур иғтибар бүленә. Сөнки иҫәпләүҙәр буйынса, бындай технология фатир хужалары сығымдарын 10 процентҡа тиклем кәметергә булышлыҡ итә.
Йортто тышҡы яҡтан йылытҡанда фасад өсөн пенополистирол һәм минераль мамыҡ ҡулланылған. Һуңынан ул ике ҡат штукатурка менән ҡапланып, сағыу төҫкә буялған. Капиталь ремонт барышында ойошма хеҙмәткәрҙәре кабелдәрҙе йәшергән, подъезға ингән урындарҙы төҙөкләндергән һәм тәҙрә эргәһендәге улаҡтарҙы алмаштырған.
Илдар Байбулатов