Балкон йылытам тип төп башына ултыртҡан

Өфөлә йәшәүсе бер төркөм кеше төҙөлөш һәм төҙөкләндереү эштәре башҡарыусы ойошма менән уның етәксеһен мутлашыуҙа ғәйепләй. Ул ябай схема буйынса эш иткән. Хужаларҙың өйөнә килеп балкон үлсәмдәрен алғандан һуң килешеү төҙөп,күрһәтеләсәк хеҙмәт хаҡының 70 проценты күләмендә аванс һораған. Аҡса иҫәпкә күсеү менән юҡҡа сыҡҡан. Мәсьәләгә БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин асыҡлыҡ индерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ағы ла, күге лә юҡ. 4 малай тәрбиәләгән Тавгаловтар ғаиләһе кинйә улдары донъяға килер алдынан торлаҡ майҙанын киңәйтергә теләй. Ошо маҡсатта улар балконын йылытырға була. Интернетта төҙөкләндереү эштәрен башҡарырға вәғәҙәләгән ойошманың телефон һандарын табып, килешеү төҙөйҙәр. Әсә кеше декрет аҡсаһын тулыһынса тиерлек балкон йылытыуға тотона.

Өфөнөң Карл Маркс урамында йәшәгән Ляпиндар ғаиләһе лә ошо уҡ хәлдә. Улар балконын эш бүлмәһе итеп үҙгәртергә ниәтләгән. Килешеү буйынса 106 мең һумлыҡ аванс түләгән.

Аликаевтар ғаиләһе лә балкон йылытыусының тоҙағына эләккән. Башҡарылмаған эш өсөн улар 51 мең һум аҡса күсергән.

Мәсьәләне асыҡлау маҡсатында балкон йылытыу менән шөғөлләнәгән ойошманың инстаграмм-аккаунтында күрһәтелгән телефон һандары буйынса шылтыраттыҡ. Әммә ул яуапһыҙ ҡалды.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар Өфө балкондарындағы хәлдәрҙе Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы, йәғни мутлашыу осрағы булараҡ баһалай.

Материал эфирға әҙерләнгәндә балкон афераһынан зыян күреүселәрҙең Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығында коллектив ғариза ҡалдырыуҙары билдәле булды.

Рафиҡ Әхмәтшин