Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы тамамланыуға бер аҙна ваҡыт ҡалды

Иҫәп алыусылар еңел булмаған шарттарҙа эшләй. Ковид менән бәйле улар шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, мәғлүмәт теркәү өсөн уңайлы шарттар булдырылған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан төбәктәре мөһим кампанияны үткәреүҙә ойошҡанлыҡ күрһәтә. Халыҡ иҫәп алыуҙың кәрәклеген аңлай, сөнки киләсәктә социаль проекттарҙа яңы һандар менән эш алып барыласаҡ.

Власть органдарына ҡайҙа, нисек йүнәлеш алырға – һәр дәүләттә халыҡ иҫәбен белеп эшләү кәрәк. Мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә маҡсатлы программалар ҡабул итеү өсөн , йорттарҙың торошон, подъездарҙа һәм башҡа урындарҙа ремонт алып барыу өсөн халыҡтың фекерен белергә. Мәҫәлән, күп ҡатлы йортта күпме кеше йәшәгәне билдәле буласаҡ.

Анатолий Дубовский, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә төбәк йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе

Иҫәп алыу һөҙөмтәләре төбәктең һәм илдең социаль-иҡтисади хәлен аңлап артабан халыҡҡа, предприятиеларға ярҙам программалары, үҫеш юлын төҙөү өсөн кәрәк.

Арсен Шәйәхмәтов, иҡтисадсы

Рәмилә Исмәғилева