Бөгөн көндөҙ Өфөнөң Октябрь проспектында өс автомобиль ҡатнашлығында авария теркәлгән

Баш ҡала автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүҙә 15-се модель «ВАЗ» менән «Рено Каптюр» автомобилдәре төкөлөшә. Көслө бәрелештән «ВАЗ» парковкала торған «Форд»ҡа барып һуғылып түңкәрелә. Уның водителенә медиктар ярҙамы талап ителә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ваҡиға урынында полиция, башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.

Гөлдәриә Йосопова