Ут ун биш ғаиләне торлаҡһыҙ ҡалдырған

Һүтергә, йә тергеҙергә! 2018 йылда Бөрөнөң Ленин урамындағы йорттарҙың береһендә янғын сыға, һөҙөмтәлә ун биш ғаилә торлаҡһыҙ ҡала. Ваҡытында төҙөкләндереү эштәре башҡарылмағанға күрә, бина ташландыҡ хәлгә инә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Зыян күреүселәр билдәләүенсә, урындағы хакимиәт  йортто мәҙәни мираҫ объекты тип таныу маҡсаты менән ремонт ойошторорға рөхсәт итмәгән. Өҫтәүенә, хәҙер милеккә хоҡуҡ та юҡҡа сығарылыуы ихтимал. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә

Исиляевтар ғаиләһе теүәл өс йыл элек янғында «Әсәлек капиталы»на һатып алынған фатирын юғалта. Зыян күреүселәр исемлегендә тағы ла ун дүрт милексе, улар ҙа берҙән-бер йәшәү урынһыҙ ҡалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер кем дә квадрат метрҙарын страховкаламаған. Шуға ла бар дәғүәләр Бөрө районы хакимиәтенә еткерелә. Әммә тәүге осорҙа фатир хужаларына йорт биләмәһендә, хатта, төҙөкләндереү эштәре башҡарыу рөхсәт ителмәгән.

Торлаҡты тарихи-мәҙәни яҡтан уникаль тип билдәләп, яҡын килергә лә ҡушманылар. Ә янғындан һуң шул уҡ йылда йортто тергеҙергә лә мөмкин ине бит. Хәҙер ул бөтөнләй ташландыҡ хәлгә инде, ағас стеналар серегән, нигеҙе ултырған.

Андрей Исиляев, зыян күреүсе

Бер быуат элек төҙөлгән йортта ҡасандыр сауҙагәрлек менән шөғөлләнгән  Чирковтар ғаиләһе йәшәгән. Һуңынан ул ҡаланың коммуналь фондына күсерелеп, фатирҙарға бүленә. Урындағы хакимиәт янғындан һуң торлаҡты мәҙәни мираҫ объекты исемлегенә индерергә ҡарар итә. Әммә экспертиза эштәре оҙаҡҡа һуҙыла.

Быйыл июлдә генә тамамлана. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса торлаҡ дәүләт реестрына ҡабул ителмәй, йәғни тарихи яҡтан ҡиммәте юҡ. Хәҙер милекселәргә төҙөкләндереү эштәре алып барыр урынға судҡа йөрөргә ҡала.

Һәр фатир хужаһы ноябрь башында хат алды.  Район хакимиәте тарафынан милеккә хоҡуҡты туҡтатыу буйынса судҡа дәғүә бирелгән.  Аңлайбыҙ, йортто тергеҙеү мөмкин түгел. Ул авария хәлендә тип танылды. 2028 йыл аҙағына тиклем һүтелергә тейеш. Граждандарҙы икенсе торлаҡҡа күсереү буйынса адреслы программаға эләгербеҙ тип ышанғайныҡ.

Светлана Чернова, зыян күреүсе

Тик ышаныстар ғына аҡланмаҫ, күрәһең. Ленин урамындағы 10-cы йорт иҫкереүҙән түгел, янғындан зыян күреп, авария хәлендә тип билдәләнгән. Урындағы хакимиәттең позицияһы ла аңлайышлы – ут сығыуҙа ғәйепле кеше бар, компенсацияны тап ул ҡапларға бурыслы.

Бюджеттан аҡса алып, һәр зыян күреүсегә компенсация түләргә, йә фатир һатып алырға бер ниндәй ҙә хоҡуҡи нигеҙҙәр юҡ. Законға ярашлы, милек юҡҡа сығыу сәбәпле уны Росреестр иҫәбенән алырға кәрәк. Шуға дәғүә менән судҡа мөрәжәғәт иттек. 

Рөстәм Мирзайәнов, Бөрө ҡалаһы хакимиәтенең юридик бүлек етәксеһе

Зыян күреүселәрҙың барыһы ла бөгөн документтар буйынса янған, көл-күмергә әйләнгән торлаҡта теркәлгән. Фемида был яҙыуҙы ла тиҙҙән юҡҡа сығарыр, күрәһең. Билдәле булыуынса, янғындан һуң мохтаж тип танылған ғаиләләргә ваҡытлыса торлаҡ бүленгән.

Социаль найм буйынса ла килешеү төҙөлә. Күптәр ҡабаттан ипотекаға инеп, өйлө була. Йә ҡуртымға фатир алып йәшәргә мәжбүр. Үҙҙалы урынлаштырылған төтөн торбаһынан сыҡҡан ут ике тиҫтәгә яҡын ғаилә яҙмышында ҡаршылыҡтар өҫтәй. Ғәйепле кеше билдәләнеү менән, унан компенсация талап итеү ҙә мөмкин түгел, гүр эйәһе булған.

Гөлназ Хәйбуллина