«Мисс Евразия» тажына эйә булыусы Өфө районы Миловка ауылынан

7 йәшлек Юлиана Мөхәрр әмова быйыл йәй Төркиәнең Анталья ҡалаһынада үткән «Мисс Евразия» конкурсында икенсе урын яуланы. Төркиә подиумында халыҡ-арам кимәлдә танылыу алған бәләкәй һылыуҡайҙың уңыштарын БЮТ каналының ижади төркөмө лә уртаҡлашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Юлиана Мөхәррәмованың башында «Мисс Евразия» тажы һәм яурынында был титулды раҫлаған ебәк таҫма. Ҡыҙ өс йәшенән музыкаға тартыла, буш ваҡыттарында һүрәт төшөрөргә лә өлгөрә. Ҡыҫҡаһы, атаһының бер туған һеңлеһе, «Евразия королеваһы – 2020» матурлыҡ конкурсы еңеүсеһе Зөһрә Мөхәррәмова кеүек ижади һөнәрҙәрҙе үҙ итә. Халыҡ-ара кимәлдә танылыу яулау өсөн ҡыҙға ҙур  тырышлыҡ һалырға тура килгән.

Юлиана Мөхәррәмова башта Рәсәйҙә үткәрелгән милли һайлап алыу турын үтә һәм халыҡ-ара конкурста ҡатнашыу хоҡуғына эйә була. Германия, Төркиә, Украина, Рәсәй илдәренән 20 конкурсант араһында икенсе урын яулай. Юлиана дефиле, фото һәм видеоға төшөү проекттарында уңышлы сығыш яһай. Айырыуса башҡорт милли кейемендә  килешле хәрәкәттәр менән дефиле күрһәтеүҙә ихласлығы менән жюри ағзаларын әсир итә.

Юлиана халыҡ-ара конкуста беренсе тапҡыр ҡатнашты. Уның менән бергә сығыш яһаусы балалар өс йәшенән бындай конкурстарҙа ҡатнашып тәжрибә туплаған. Ихласлығы һәм ябайлығы менән абруйлы жюриҙы әсир итеп, икенсе баҫҡысҡа күтәрелде.

Зөһрә Мөхәррәмова, «Евразия королеваһы-2020» конкурсы еңеүсеһе

 Башланғыс синыфтарҙы уҡытыусы өләсәһе лә ейәнсәренең уңыштарына ҡыуана һәм музыкаға, һынлы сәнғәткә тартылыуын һәр ваҡыт хуплап тора.

Юлиана менән Зөһрә Мөхәррәмовалар башҡорт һылыуҡайҙарына хас нәзәкәтлелек, матурлыҡ, талғын хәрәкәттәр, тыйнаҡлыҡ менән донъя подиумдарын яулай. Киләсәккә лә ҙур ижади пландар менән йәшәй, матурлыҡ донъяһында яңы проекттарҙа ҡатнашып, яңынан-яңы еңеүҙәр яулау хаҡында хыяллана.

Гүзәл Борханова