Бөгөн Өфөнөң «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһында «Халҡым минең – сикһеҙ хазина» тип исемләнгән күргәҙмә эш башланы. Экспозицияла Ейәнсура районы оҫтабикәләренең шәлдәре урын алған. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЕйәнсура ҡыҙы Гөлсиә Татлыбаева шәл бәйләү технологияһын сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер. Замандашыбыҙ халыҡ кәсебе менән бала саҡтан шөғөлләнә. Мәктәпкә бармаҫ элек үк әсәһе өйрәтеүе буйынса ул тәүге шәлен бәйләп ябынған.
Шәл биҙәктәрендә лә һәр ерлек үҙенә генә хас үҙенсәлек ҡуллана. Ейәнсураларҙа мәҫәлән, бесән табаны тип исемләнгәне киң таралған. Был төр биҙәкте бик күп шәл төрҙәрендә тап итергә мөмкин.
Башҡорт шәленең тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Был турала бөгөн донъяның төрлө этнография музейҙарындағы ҡулъяҙмалар һөйләй. Экспонатҡа алынған шәлдәр ҙә юҡ түгел. Юҡҡа ғына, Өфөлә асылған күргәҙмә «Халҡым минең – сикһеҙ хазина» тип исемләнмәгән. Ейәнсура районы оҫталарының ҡул эштәренән торған экспозиция аша башҡорттарҙың тарихи үткәнен барларға мөмкин.
Башҡорт бренды итеп таныйбыҙ, күптән инде Оло Башҡортостанға ереккән. Шулай ҙа паспортлау ҡуйыу зарур.
Әйткәндәй, республикала «Башҡорт шәле» фестивале күпмегә генә ойошторолмаһын Ейәнсура районы оҫталары беренселекте яулай. Бының сере ябай. Кис ултырып шәл бәйләүҙе улар яҡшы белә. Төбәктә кәзә дебетен биш йәштән ҡулына алған гүзәл зат вәкилдәренең 95 йәшкә етеп тә иләү-сиратыу эше менән булышыуҙары тәбиғи күренеш. Бөгөн асылған күргәҙмә лә ошо хаҡта һөйләй.
Азат Ғәлиуллин