Өфө халҡы – республика баш ҡалаһының 450 йыллығын билдәләүҙең төп партнеры

 Был турала Радий Хәбиров күркәм юбилейға әҙерлек буйынса кәңәшмәлә белдерҙе. Байрам саралары 2024 йылда үтергә тейеш. Башҡортостан башлығы уларҙы ойоштороуға республиканың барлыҡ ижади һәм интеллектуаль көсөн, киң ҡатлам йәмәғәтселек вәкилдәрен йәлеп итергә ҡушты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Юбилей уңайынан төҙөлгән объекттар күп функциялы буласаҡ. Көрәш үҙәгендә халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙы уҙғарыу, спортсылар әҙерләү һәм күләмле саралар уҙғарыу мөмкинлеге булдырыла.

 Евразия китапханаһы проекты балалар һәм йәштәр менән заманса мәҙәни-ағартыу сараларын уҙғарыуға тәғәйенләнә. Ошо маҡсатта бинала 400 урынға иҫәпләнгән концерт залы, интерактив музей, лекциялар һәм уҡыу залдары төҙөү ҡарала.

Киләһе йылдан төҙөүселәр Октябрь революцияһы урамын яңыртыуға тотонорға тейеш. Ишеү слаломы үҙәге һәм археология материалдары махсус һаҡлағысының план-архитектура ҡарарҙары декабрҙә тәҡдим ителергә тейеш. Радий Хәбиров Өфөнө Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә тәҡдим итеү өсөн байрам сараларың берҙәм концепцияһын әҙерләргә ҡушты.

Рафиҡ Әхмәтшин