Анкета һорауҙарына Башҡортостан башлығы дәүләт хеҙмәттәре порталы аша эш урынында яуап бирҙе. Бөгөн иҫәп алыусылар 4 миллионынсы барьерҙы үтте. Республика етәксеһе электрон иҫәп алыу ҡағыҙҙарын тултырҙы, үҙе һәм ғаиләһе хаҡындағы һорауҙарға яуап бирҙе. Уның ике ҡыҙы ҙурайған, айырым донъя ҡорған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров үҙе менән бергә Башҡортостанда йәшәгән ғаилә ағзаларын тураһында мәғлүмәттәрҙе теркәне. Бер нисә телдә иркен аралашыуын да йәшермәне. Әммә туған тел булараҡ, башҡорт һәм рус телдәрен, сит телдәр булараҡ, төрөк һәм инглиз телдәрен атаны.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙә башланып 14 ноябргә тиклем дауам итә. Мөһим статистика сараһы илебеҙҙәге халыҡ һанын, уларҙың йәшәү шарттары, социаль статусы тураһында теүәл мәғлүмәт алырға мөмкинлек бирә. Улар дәүләт программаларын төҙөгәндә, эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн йүнәлеш билдәләгәндә ҙур әһәмиәткә эйә.
Иҫәп алыусының һорауҙары өйҙә йәки махсус иҫәп алыу участкаһында яуап бирергә мөмкин. Анкетаны шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәре интернет порталында үҙаллы ла тултырырға була.
Рафиҡ Әхмәтшин