Радий Хәбиров тәртип һаҡсыларын ҡотланы

Республика Башлығы Радий Хәбиров Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы. Кешеләр ғүмерен һәм һаулығын һеҙҙең ҡулығыҙға ышанып тапшыра, һеҙ тыныслыҡ, хәүефһеҙлек тәьмин итергә әҙер. Тәртип,тыныс тормош һағында ныҡлы тораһығыҙ. Республика властары полицияға был мөһим бурыстарҙы үтәүҙә һәр ваҡыт ярҙам итәсәк. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре тигән почетлы исемде йөрөтөүселәргә намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерәм, тиелә Республика Башлығы ҡотлауында.