Уны төҙөү менән шөғөлләнгән «Вера» федераль фонды вәкилдәре «Башҡортостан сәскәләре» ҡасабаһында сафҡа инәсәк объектта булды. Медик- социаль учреждение быйыл октябрҙә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш ине. Хәйриә аҡсаларына һалынған хоспистағы төҙөлөш барышы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева таныштыра.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБүлмәләр бөтәһе лә беренсе ҡатта. Уларҙың һәр береһенән урамға сығыу өсөн ишек бар. Проект буйынса палата бәләкәй генә йортто хәтерләтә. Сөнки был донъяла һуңғы көндәрен кисереүселәр үҙен йорт шарттарында тойорға тейеш. Яҡындары сирле янына тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында килә аласаҡ.
Хоспис 60 урынлыҡ, уларҙың 40-ы ололар һәм 20-һе балалар өсөн тәғәйенләнгән. Өлкәндәр һәм балалар йәшәйәсәк корпустарарҙы ике ҡатлыҡ административ бина айырып тора.
Мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостанда 23 мең кеше паллиатив медицина ярҙамына мохтаж. Уларҙың 680 балалар. Әле күптәргә медицина ярҙамы өй шарттарында күрһәтелә. Хосписҡа йүнәлтмә медицина учреждениеларынан биреләсәк. Фонд вәкилдәре әйтеүенсә, хосписта йәшәү бушлай.
Республикала был тәүге хоспис. Бында ауыр сирлеләрҙе дауалау түгел, ә хәлен еңеләйтеү йүнәлешендә эш алып барыласаҡ. Учреждениела медикаментоз ярҙам күрһәтелә.Стационарға ҡатмарлы сирҙән интегеүсе баланы ваҡытлыса ҡалдырып торорға ла мөмкин буласаҡ. Паллиатив ярҙамды учреждениенан тыш та күрһәтеү ҡарала. Саҡырыу буйынса алты бригада йорттарға барып ярҙам күрһәтәсәк.
Хоспис –латин һүҙе, ул ҡунаҡсыллыҡ тигәнде аңлата. Фонд етәкселәре Өфөлә журналистарға был өлкәне яҡтыртыу буйынса лекция ла ойошторҙо.
Рәмилә Исмәғилева