Башҡортостанда йәшәүселәргә 5,8 миллиард һумлыҡ милек һалымы яҙылған

Уның күләме алдағы йыл менән сағыштырғанда, 4 процентҡа артҡан, граждандарға 2 миллион 100 меңдән ашыу һалым квитанцияһы ебәрелгән. Милек һалымы 1 декабргә тиклем түләнергә тейеш.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, түләүҙәрҙең 3 миллиард һумдан ашыуы транспорт һалымына тура килә. Милек һалымы 1,8 млрд һум күләмендә көтөлә, ер һалымы 1 миллиард һумға етә яҙа.

Транспорт һалымы буйынса 284 мең һум күләмендә иң ҙур түләү Mercedes-Benz AMG S 65 автомобиле хужаһына яҙылһа, физик шәхестәрҙән иң ҙур түләү 5,6 млн һум тәшкил итә. Уны административ бина хужаһы түләргә тейеш. 

Гөлдәриә Йосопова