Тыумыштан ҡолаҡһыҙ. Өфө районы Зубов ауылынан ике йәшлек Дарина Нәбиуллина мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж. Ишетеү һәләтен тергеҙеү өсөн сит илдә ҡиммәтле операция талап ителә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМедицина клиникаһы баланы ете миллион һумға дауаларға әҙер. Әммә ғаилә өсөн был күтәрә алмаҫлыҡ сумма. Йәш ата-әсә интернет селтәрҙәре аша аҡса йыйыу ойошторорға мәжбүр. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Ҡыҙҙың уң ҡолағы формаһы буйынса бәләкәй, тышҡы ишетеү юлы ябыҡ. Тыумыштан ҡатмарлы диагноз ҡуйылған - бер яҡлы микротия. Ун мең баланың тик береһендә генә осрай торған патология. Дарина тауышты һул ҡолағы аша ғына ишетә ала.
Нәбиуллиндар ғаиләһе ҡыҙҙарын төрлө медицина учреждениеларына күрһәтеп, Америкалағы клиникаларҙың береһендә туҡтала. Сит ил белгестәре балаға өс йәше тулғандан һуң әмәлиәт яһап, ишетеү һәләтен ҡайтарырға вәғәҙәләгән.
Компьютер томографияһы тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса баланың урта ҡолағы тулыһынса формалашҡан булыуы асыҡланған. Шуға һаулығын тергеҙеүгә ышаныс та артҡан. Әммә операция түләүле. 99 мең доллар талап ителә.
Ғаилә изге күңелле, мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына ышана. Экранда күрһәтелгән иҫәп буйынса аҡса күсерергә мөмкин. Нәбиуллиндар билдәләүенсә, сит илдә хирургик ярҙам алыуҙа ҡаршылыҡтар ҙа бар. Сиратҡа яҙылыр өсөн ҙур сумманың бер өлөшөн алдан күсерергә кәрәк. Шуға ете миллион һумды ҡыҫҡа ваҡытта йыйыр өсөн социаль селтәрҙәр аша халыҡҡа алдан мөрәжәғәт иткәндәр. Ата-әсәнең маҡсаты бер – ҡыҙҙарын һауыҡтырыу.
Гөлназ Хәйбуллина