Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төҙөкләндереү өс йыл дауам итә. 1956 йылда төҙөлгән күпер иҫкергән, унда йөк машиналарына йөрөү тыйыла. Ремонт барышында күпер терәүҙәре нығытыла, майҙансыҡтары яңыртыла. Иҫке күпер төҙөкләндерелгәндән һуң, Ағиҙел йылғаһы аша 11 транспорт һыҙаты була.