Вакцина эшләтеү тураһындағы сертификатты күп функциялы үҙәктәрҙә лә баҫтырып алырға мөмкин

Был хеҙмәт яңы барлыҡҡа килде һәм сертификаттарҙың яңырыуына бәйле. Тулы тормош менән йәшәүгә пропусктың яңы төрө һәм уны ҡайҙан алыу тураһында киләһе репортаж.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Заман кешеһенең бар донъяһы хәҙер бер телефон эсенә һыя. Гаджет быуыны өсөн барлыҡ документтарҙы ла электрон форматта йөрөтөү уңайлыраҡ. Ә бына ҡағыҙ күрмәйенсә бер нимәгә ышанмаусы өлкәндәр өсөн тотоп күрһәтерлек ҡағыҙ документ ҡулай.

Шуға күрә вакцина тураһындағы сертификаттарҙың яңы формаһы барлыҡҡа килеүе улар өсөн мәшәҡәт тыуҙырҙы. Офис техникаһы менән «һеҙ» кимәлендә мөғәләмә итеүселәр өсөн күп функциялы үҙәк ярҙамға килде.

Яңы сертификат вакцина эшләтеүсе тураһында тулыраҡ мәғлүмәттәр туплаған. Документта хужаһының исем-шәрифтәре, тыуған ваҡыты, йәшәгән ере һәм башҡа мөһим документтары тураһында ла яҙылған. Уны алыу өсөн прививканың ике компонентын да эшләтеү зарур. Беренсеһенән һуң дәүләт хеҙмәте порталында тик билдә генә барлыҡҡа киләсәк.

Вакцина эшләтеү өсөн дә көндән-көн яңы шарттар барлыҡҡа килә. Хәҙер кәрәкле компоненттарҙы алыу өсөн  алдан яҙылырға ла мөмкин. Баш ҡаланың «Торатау» конгресс-холында ойошторолған вакцинациялау үҙәгендә махсус телефон эшләй башланы.

Республика буйынса иһә вакцина эшләтеүселәр миллион ярымға яҡынлаша. Был прививка яһатырға тейеш халыҡтың 58 проценты. Ә планда Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 2 миллион 484 меңен вакциналау. Тап ошо сама кеше йәмғиәттә күләмле иммунитет барлыҡҡа килтереү мөмкинлеге бирә.

Айнур Кәбиров