Иң яҡшы социаль ролик, вайн һәм мем авторҙарына – 50-әр мең һум

Башҡортостандың Журналистар союзы коронавирусҡа ҡаршы вакцинацияны ҡеүәтләүсе ижади эштәр конкурсына йомғаҡ яһаны. Бәйге «Вирусты бергәләп еңәйек!» исеме аҫтында ойошторолоп, социаль селтәрҙәрҙә киң популярлыҡ ала. Сәләмәтлекте нығытыуға бәйле йөҙгә яҡын материал ҡабул ителә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Билдәле булыуынса, конкурстың дөйөм бүләкләү фонды – 300 мең һум. Жюри ағзалары өс номинация буйынса туғыҙ еңеүсене билдәләгән. Улар араһында журналистар, операторҙар, блогерҙар ҙа бар.

Гөлназ Хәйбуллина