Дим районының КОВИД-госпиталь хеҙмәткәре Альбина Шәйхлисламова «Евразия королеваһы» титулын яуланы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфөнөң Дим биҫтәһендәге КОВИД-госпиталь хеҙмәткәре Альбина Шәйхлисламова Төркиәлә үткән халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашып, «Евразия королеваһы» титулын яуланы. Яҡташыбыҙ подиумда ҙур уңыштарға ирешһә лә, киләсәктә табип булырға хыяллана.
Башҡорт дәүләт медицина университетында акушер-гинекологҡа уҡый. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә тәжрибә туплау маҡсатында студент ҡыҙ коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә алғы һыҙыҡҡа баҫҡан. Уҡыуҙан һуң төнгө сменала «Ҡыҙыл зона»ла эшләй.
Альбина Шәйхлисламова, «Евразия королеваһы – 2021» халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһе конкурсында гран-при яулаусы
Ауыр хәлдәге пациенттар тиҙерәк һауыҡһын өсөн күп көс һалырға тура килә. Күңел биреп эшләйһең... Яҡындары менән тиҙҙән күрешһен, тип тырышаһың. Төрлө саҡтар була. Юғалтыуҙар ҙа күп. Шуға барыһын да вакцин яһатырға саҡырам. Аяуһыҙ сирҙе коллектив иммунитет булдырып ҡына еңергә мөмкин.
Гөлназ Хәйбуллина