Белорет ҡалаһының 8-се мәктәбендә көтөп алынған капиталь ремонт башланған. Мәктәп усағының икенсе ҡаты яңынан төҙөлә, ағас түшәмдәр алмаштырыла. Бынын тыш, яңы уҡыу корпусы ла 2023 йылға сафҡа инер тип көтөлә. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКирбес артынан кирбес. Ләкин бина төҙөлмәй, киреһенсә, һүтелә. Төҙөүселәр ҡулында лом, ауыр сүкештәр. Мәктәптең икенсе ҡатын демонтажлау – мәжбүри ысул. Экспертиза һөҙөмтәләре ағас түшәмдәрҙе, инженер селтәрҙәрен алмаштырыу кәрәклеген билдәләй. Бинаға тулыһынса реконструкция талап ителә.
Белорет ҡалаһының 8-се мәктәбе 1950 йылда төҙөлә. Өс йыл элек капиталь ремонтҡа ябылған белем усағының түбәһе уйылып төшә. 500-ҙән ашыу уҡыусы 18-се мәктәптең икенсе сменаһына уҡыуға күсерелә. Проблемалы социаль объектта төҙөлөш эштәрен башлау оҙаҡҡа һуҙыла. Ниһайәт, документтар тупланып, реконструкция проекты әҙерләнгәс, сентябрҙә төҙөлөш майҙанына техника һәм эшселәр инә.
Реконструкция сиктәрендә спорт, футбол стадиондарын, йүгереү һуҡмағын да үҙгәрештәр көтә. Иҫке бинаны һүтеү менән бер рәттән күтәргес кран өсөн майҙан әҙерләнә. Подрядсы ойошма тышҡы биҙәкләү эштәрен башҡарырға, һыу үткәреүҙе, канализация селтәрҙәрен яйға һалырға бурыслы.
Реконструкция эштәре, өс ҡатлы яңы бинаны күтәреү һәм биләмәне тәртипкә килтереү маҡсатында республика бюджетынан 750 миллион һум аҡса бүленгән.
Проектҡа ярашлы, ике йылдан һуң малай-ҡыҙҙар заманса йыһазландырылған, киң һәм яҡты белем усағына уҡырға килер, тигән өмөт бар. Шул уҡ йылда улар әлегә белем алған 18-се мәктәпте лә яңырыу көтәсәк.
Әлфинә Килдейәрова