Махсус техникалар таҙалыҡ һағында

Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ паркы ике КаМАЗ, биш МАЗ-машинаһы менән тулыланды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Баш ҡала таҙалығы өсөн яуаплы ойошмаға ҡеүәтле 7 машина алыныуы экологик хәлде яҡшыртыу, юлдарҙағы тығындарҙы бушатыу мөмкинлеген бирәсәк. Сүп ташыусы машиналар тирә-яҡ мөхиткә ауыр газдар ташламауы менән отошло. Уларҙа Евро-5 экологик газы ҡулланыла, бокстар яҡшы герметикалы.

Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡҡа һуңғы ике йылда ғына 76 берәмек техника һатып алынған. ошо маҡсатта 50 миллион һум субсидия бүленгән. Былтыр «Ҡаты ҡалдыҡтарҙы комплекслы эшкәртеү» федераль проектының Башҡортостан буйынса «Экология» проекты сиктәрендә төбәк операторҙарына 341 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

Был ауыр иҡтисади шарттарҙа ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарыусыларҙы һәм эшкәртеүселәрҙе өҙлөкһөҙ эш менән тәьмин итер, тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова