Башҡортостанда «Мәхмүтов уҡыуҙары» ойошторола башланы

Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла «Төбәктең стратегик үҫеше» ҡаралды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сарала ҡатнашыусылар социаль-иҡтисади системалар менән идара итеүҙең яңы ысулдары менән таныштырҙы. Республикаға инвестициялар йәлеп итеү, социомәҙәни киңлекте үҫтереү мөмкинлектәрен барланы.

Конференция иҡтисад фәндәре докторы, академик Әнәс Мәхмүтов иҫтәлегенә арналды. Ғалим былтыр 90 йәшендә вафат булғайны. Хеҙмәт биографияһына килгәндә, ул Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының тәүге ректоры була, 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

Әнәс Хөсәйен улы етәкселегендә төбәктең иҡтисади үҫеш программалары ла әҙерләнә. Фән өлкәһендәге ҡаҙаныштары юғары дәүләт наградалары менән билдәләнгән.

Гөлназ Хәйбуллина