Өфөнөң Затон биҫтәһендәге «Тулҡын» паркында шыршы ултыртылды

Ҡала ҡупшыҡайы. Өфөнөң Затон биҫтәһендәге «Тулҡын» паркындағы майҙанға баш ҡаланың Нижегородка биҫтәһендә киҫелгән шыршы ултыртылды. Ул урындағы шәхси предприятиеларҙың береһенә ҡараған биләмәлә үҫкән. Эшҡыуар байрам биҙәген район халҡына бүләк иткән. Ҡала ҡупшыҡайын Затон биҫтәһенә күсереү буйынса махсус операцияны БЮТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тубырсыҡтары уйынсыҡтай күренгән был шыршы әкиәт урманында үҫмәгән. Өфө үҙәгенән алыҫ түгел - Нижегородка биҫтәһендәге тимер-бетон ҡоролмалар етештереү предприятиеһы биләмәһендә тамыр нығытҡан.  30 йыл эсендә ул 25 метр бейеклеккә күтәрелеп өлгөргән. Тамырҙары көсәйеү сәбәпле, ағас  административ бинаның нигеҙен ҡаҡшата башлаған. Шуға ла эшҡыуар ағасты Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәтенә бүләк итергә булған.

Ғайса Абдрахманов йыл һайын баш ҡаланың Ленин районы майҙандарын Яңы йылға әҙерләү эшенә йәлеп ителә. Шыршыны быға тиклем Нуриман районы урмандарында киҫә торғайныҡ. Быйыл ағасты Нижегородка биҫтәһенән тәьмин итеү муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең мәшәҡәттәрен байтаҡҡа кәметте, ти ул.

Эшҡыуар бүләге Өфөнөң Ленин районы сығымдарын кәметергә лә мөмкинлек биргән. Берҙән ағас бушлай килгән, икенсенән транспорт сығымдары ла арзаныраҡҡа төшә. Бюджет өсөн был ифрат та мөһим. Яңы йылға әҙерлек барышында ғына районда ике майҙанда шыршы урынлаштырыла. Уларҙың һәр береһен байрамса биҙәү бурысы ҡуйылған.

Шыршының суҡ ботаҡтары һирәгәймәһен, матурлығы юғалмаһын өсөн хеҙмәткәрҙәр ағасты ҡеүәтле йөк машинаһының арбаһына ентекләп нығытты. Ҡала ҡупшыҡайын тейәү өсөн генә сәғәт ярым самаһы ваҡыт талап ителде. Өфө урамдары буйлап шыршы тейәлгән йөк машинаһын граждандарҙы һаҡлау идаралығының махсус автомобиле оҙатып барҙы. Ҡала ҡупшыҡайы Өфөнөң Затон биҫтәһендәге «Тулҡын» паркына ҡуйылды.

Рафиҡ Әхмәтшин