Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” ултырышын уҙғарҙы

Унда төрлө өлкәләрҙә проекттар ҡаралды. Благовар районында ауыл хужалығы һәм коммуналь техниканы хеҙмәтләндереү үҙәген төҙөргә тәҡдим ителде. Өфө районында иһә автотрактор техниканы һәм ҡорамалдарҙы сертификациялау өсөн һынау лабораторияһын булдырыу ҡарала. Ике проект та хуплау тапты һәм өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелә. “МТС” компанияһы Өфө янында EDGE мәғлүмәт эшкәртеү үҙәге төҙөргә ниәтләй. Хәҙерге шарттарҙа бындай объектҡа ихтыяж ҙур. Ултырышта был проектты ла өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерергә тәҡдим ителде.