Өфөләге “Тулҡын” паркында Яңы йыл шыршыһы ҡуйылды

Нижегородкала үҫтерелгән 25 метрлыҡ ағастың ауырлығы яҡынса өс тонна булған. Шыршыны баш ҡаланың Ленин районы буйынса Граждандарҙы һаҡлау идаралығы белгестәре оҙатып килтергән. Уны урынлаштырыу өсөн күтәреү краны ҡулланылған. Конгресс-холл янында иһә пиксель шыршыны йыйыу тамамланды. Өфө хакимиәте етәкселеге 1 декабргә тиклем бөтә майҙандарҙы байрамса биҙәү бурысын ҡуйҙы.