Башҡортостанда ағас эшкәртеү өлкәһендә яңы проекттар тормошҡа ашырыла

 Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында шул турала һүҙ барҙы. Өфө фанера комбинаты майҙансығында яңы етештереү урыны булдырыу ҡарала. Бының өсөн 3 миллиард ярым һум инвестиция йәлеп ителә. Нефтекама ҡалаһының Әмзә ҡасабаһында урман әҙерләү эше яйға һалына. Бынан тыш, инвестор ағас үҫентеләре сығарыу менән булышырға ниәтләй. Бөтә проекттар өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелде һәм республика яғынан ярҙамға өмөт итә ала.