Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Профсоюз хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Беҙҙең республика профсоюз ойошмаларының бай традициялары менән айырылып тора. Заманса хеҙмәт шарттары булдырыу, хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау, лайыҡлы эш хаҡы булдырыу һәм башҡа мөһим мәсьләләләрҙе хәл итеү – профком вәкилдәре иңендә ята. Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы республиканың иң абруйлы йәмәғәт ойошмаларының береһе иҫәпләнә. Байрам менән ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм берҙәмлек теләйем, тиелә Радий Хәбировтың ҡотлауында.