Асҡын районында тыуған яҡты өйрәнеүсе Шаһийән Миңлеғәлиевтың исеме мәңгеләштерелә

Бөгөн Солтанбәк ауылында шәхескә бағышланған мемориаль таҡтаташ асылды. Шаһийән Миңлеғәлиев 30 йылға яҡын ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнай. Рәсәй ҡалаларында эшләй. Башҡортостанға ҡайтҡандан һуң, төбәк тарихы менән ҡыҙыҡһына башлай. “Ул рухи тамырҙарҙы юлланы. Шәжәрә төҙөнө. Ғалимдар менән хеҙмәттәшлек итте, асылыбыҙҙы асыҡларға ярҙам итте”, - ти Шаһийән Миңлеғәли улының туғаны Рәмил Миңлеғәлиев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

5 ноябрҙә Шаһийән Миңлеғәлиевҡа 90 йәш тулыр ине.