Будапешта Венгрия этнография музейында этнограф, антрополог һәм фольклорсы Дьюла Месароштың үҙенсәлекле тупланмаһы һаҡлана. Ғалим XX быуат башында Волга буйы төбәктәрендә экспедиция барышында башҡорттар тормошон да өйрәнә. Коллекцияла 200-ҙән ашыу экспонат иҫәпләнә. Яҡын арала уны Өфөлә Милли музейға алып килеү мөмкинлеге ҡарала. Башҡортостан Күсемһеҙ мәҙәни милек объекттарын файҙаланыу һәм һаҡлау буйынса фәнни-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, венгрҙар менән осрашыу емешле булған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт