Асҡындар Шаһийән Миңлеғәлиевты иҫкә алды

“Ул ысын патриот булды. Рухыбыҙҙы күтәреүгә ҙур өлөш индерҙе, асылыбыҙға ҡайтырға ярҙам итте”. Шулай тип хәтергә ала яҡташтары тыуған яҡты өйрәнеүсе Шаһийән Миңлеғәлиевты. Бөгөн Асҡын районында билдәле шәхестең исеме мәңгеләштерелде. Уның тыуған ере - Солтанбәк ауылында мемориаль таҡтаташ асылды. “Атайым һалдат булды. 30 йылға яҡын ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнаны. Ул киң күңелле, ихлас кеше  ине”, ти  Шаһийән Миңлеғәлиевтың улы Олег. Олег Шаһийән улы - хәрби төҙөүсе, отставкалағы подполковник. Бөгөн Мәскәүҙә йәшәй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Шаһийән Миңлеғәлиев – ғорурланырлыҡ шәхес. Беҙ уның хаҡында йәш быуынға һөйләйбеҙ”, - ти крайҙы өйрәнеүсенең ауылдашы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Мөсәбирә Имаева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

5 ноябрҙә Шаһийән Миңлеғәлиевтың тыуыуына 90 йыл тулды. Ул Шишмә районында ерләнгән.