2024 йылда Башҡортостанда Беренсе Бөтә донъя балалар фольклориадаһы була

Фольклор фестивалдәре халыҡ-ара ойошмаһының генераль ассамблеяһында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Республика ҙур сараны лайыҡлы үткәрәсәгенә ышанабыҙ, ти Халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәков.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Халыҡ-ара балалар фольклориадаһы рспубликабыҙға туристарҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итә. Оҫталар, кәсепселәр, милли ресторандар әле үк ҙур фестивалгә әҙерләнә башларға тейеш тигән фекерҙә туризм буйынса эксперт Артур Иҙелбаев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл республикала алтынсы Бөтә донъя фольклориадаһы үтте. Унда 40-ҡа яҡын илдән  коллективтар ҡатнашты. Улар бер аҙна дауамында Өфөлә һәм республиканың  ҡала, райондарында сығыш яһаны.