"Башавтотранс” предприятиеһы автобустары тулыһынса ҡышҡы тәгәрмәстәргә күскән. Быға тиклем уларҙың йәйге резинала булыуы тураһында мәғлүмәт булғайны. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, “Вектор Next”, НЕФАЗ, ЛИАЗ һәм ПАЗ-дар күп миҙгелле шиналар менән йыһазландырылған. Шуға ла уларҙы ҡышҡыға күсереү кәрәклеге юҡ. Форд Транзит һәм Мерседес-Бенц, Спринтер автобустарының резиналары октябрь айында уҡ алмаштырылған, тип хәбәр итәләр Республика менән идара итеү үҙәгенән.