Иҡтисадсыларҙы һөнәри байрамдары менән хөкүмәт рәйесе Андрей Назаров һәм Беренсе вице-премьер – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡотланы. “Башҡортостандағы ыңғай үҙгәрештәрҙе иҡтисадсылар эшенән башҡа күҙ алдына килдтереп булмай. Һеҙҙең ярҙамда республикала сәнәғәт, сауҙа үҫешә, яңы торлаҡ төҙөлә, ауыл һәм ҡалалар төҙөкләндерелә, инвестициялар йәлеп ителә һәм яңы эш урындары барлыҡҡа килә. Хөкүмәт алдында яңы идара ысулдары һәм стратегик планлаштырыуҙың яңы системаһын индереү буйынса амбициоз бурыстар тора. Был эштең һөҙөмтәһе – иҡтисади үҫеш булырға тейеш”-тип билдәләне Премьер-министр. Рөстәм Моратов әйтеүенсә, министрлыҡтың республика ведомстволары менән берлектәге команда эше һөҙөмтәһендә федераль кимәлдә һиҙелерлек уңышҡа өлгәшелгән. 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостан инвестиция йәлеп итеүсәнлеге буйынса милли рейтингта 4 позицияға күтәрелеп 5-се урында тора. Киләсәктә Башҡортостандың иҡтисадын йылдам үҫтереү бурысы ҡуйылған. Был иһә көслө идеяларҙы һәм алдынғы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы талап итә, тине министр.