Башҡортостан «Сода»компанияһында ковид-госпиталдәрҙе тәьмин итеү өсөн элегерәк ябылып торған кислород станцияһы эшләй башланы. Был турала үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы хәбәр иткән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров билдәләүенсә, октябрҙә дауаханаларҙа кислородҡа бәйле хәл ҡатмарлы булған. Властар был мәсьәләне хәл итеү юлын эҙләгәндә тәүгеләрҙән булып Башҡортостан «Сода»компанияһы ярҙам ҡулын һуҙған. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, дауаханаларға кәрәкле кислородтың өстән бер өлөшө менән республика үҙаллы тәьмин итә.