Тормош-көнкүреш ҡалдыҡтарын йорт шарттарында уҡ сортировкалау – көн талабы

 Республикала картон, пластик, быяла һәм аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарын  икенсел сеймалға әйләндереү мәсьәләһе Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының даими контролендә. Ҡаты ҡалдыҡтарҙы сортировкалау этабына күсеү үтәлеше киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Беҙгә япондар кеүек сүп-сарҙы айырым йыйыштырыуҙы йәшәү рәүешенә индереү өсөн күп ваҡыт талап ителмәйәсәк. Тормош-көнкүреш ҡалдыҡтарын бутҡаға әйләндермәүҙе Өфөлөләр үҙҙәре үк хәл итә. Генерал Горбатов урамы 3/3 йорт адресы буйынса йәшәүселәр дөйөм йыйылышта сүпте айырым сорттарға бүлеп йыйырға тигән ҡарарға килгән. Контейнерҙар ҡуйылғансы был йортта йәшәүселәр икенсел сеймалды гипермаркеттарға тапшырһа, хәҙер инде йорт алдындағы контейнерҙарҙан махсус автохужалыҡ водителдәре сортировкалау пунктына алып китә.

Миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән ҡаланы хеҙмәтләндереүсе махсус автохужалыҡ тарафынан  300-ҙән ашыу майҙанда  857 махсус евроконтейнерҙар урынлаштырылған. Яҡын киләсәктә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сортировкалау өсөн бындай контейнерҙар менән Өфөлә йәшәгән һәр кем ҡуллана башлаясаҡ. Ҡыҙыл-быяла, зәңгәр-картон, һары төҫтәге контейнер  - пластик өсөн тәғәйенләнә. Улар сүп сортировкалау комплексында тағы ла 17 фракцияға бүленә һәм прессланып, артабан эшкәртелеүгә ебәрелә. Айырым йыйылған ҡалдыҡтарҙы 29 маршрут буйынса 5 автомобиль ташый.

Башҡортостан биләмәләрендә тормош-көнкүреш ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн 6010 контейнер ҡуйылған. Киләһе йылға уларға өҫтәп тағы ла 120 контейнер урынлаштырыласаҡ.

Граждандар теләген иҫәпкә алып, ике көн элек кенә Генерал Горбатов урмындағы 3/3 йортта сүпте айырым йыйыу өсөн дүрт контейнер урынлаштырылған. 2024 йылға бөтә республика сүпте айырым йыйыуға күсә аласаҡ тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова