Киләһе йыл Белорет районының Тирлән ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асыласаҡ

 Уны төҙөү эштәре яҙ башлана. Әле эшселәр буласаҡ бинаның беренсе ҡатын күтәрә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Адреслы инвестиция программаһы буйынса төҙөлгән үҙәктең дөйөм майҙаны 3 мең квадрат метр тәшкил итә. Ул 300 урынға иҫәпләнгән мәҙәниәт йортон, китапхананы, музыка мәктәбен һәм ауыл биләмәһе хакимиәтен берләштерә.

Быға тиклем Мәҙәниәт усағы 20-се быуат башында төҙөлгән ағас йортта урынлашҡан була. Бина 2008 йылда авария хәлендә тип танылғандан һуң ябыла. Яңы социаль-мәҙәни үҙәкте төҙөүгә 181 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Объектты киләһе йылдың октябрендә файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.