Республика башлығы Радий Хәбиров киләһе йылда уҡ "Янғантау" геопаркының төп объекттары төҙөлөшөн башларға ҡушты. Был турала Геопарктар буйынса Попечителдәр советы ултырышында белдерелде. Май айынан октябргә тиклем "Торатау" һәм "Янғантау" геопарктарында 3 мең ярымдан ашыу кеше булған. Инфраструктураны яңыртыу, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу иҫәбенә күберәк туристар йәлеп итеү маҡсаты ҡуйыла. Республика Башлығы шулай уҡ "Янғантау" һәм "Красноусол" шифаханаларын артабан үҫтереү буйынса план әҙерләргә ҡушты.