Был дата икенсе тапҡыр билдәләнә. Февраль айында республика парламенты депутаттары байрам тураһында ҡанун ҡабул итте. Яңы байрам календарҙа лайыҡлы урын алыуына ышанабыҙ. 13 ноябрь тарихи ғәҙеллекте нығыта, Бөйөк Ватан һуғышында яҡташтарыбыҙ ҡылған тиңһеҙ батырлыҡ тураһында хәтергә төшөрә”, - тип яҙа социаль селтәрҙә Интернет ҡулланыусылар. 13 ноябрь иҫтәлекле көн булараҡ осраҡлы һайланмаған. 1941 йылдың тап ошо көнөндә СССР-ҙың Оборона буйынса дәүләт комитеты милли формированиелар ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. Тарихсы Фәрит Вәхитов һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала “Генерал Шайморатов” ордены булдырылды. Беренсе награда дивизияның гвардия капитаны Мөғин Нагаевҡа тапшырылды. Икенсе орден менән Ғәбделхәй Зарипов бүләкләнде.