Республикала йыл башынан 3 мең самаһы юл ҡазаһы теркәлгән

Аварияларҙа 353 кешенең ғүмере ҡыйылған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владимир Севастьянов белдереүенсә, 10 ай эсендә 11 меңдән ашыу иҫерек водитель ҡулға алынған. Башҡортостанда балалар ҡатнашлығындағы юл-транпорт ваҡиғалары ла йыш теркәлә. Бәлиғ булмағандарҙың кейеменә яҡтыртҡыс элементтар беркетергә кәрәк. Был да хәүефһеҙлек сараһы, ти автоинспектор Ленар Зиннуров:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡараңғы ваҡытта төҫлө кейем кейергә кәңәш ителә. Сәғәтенә 60 километр тиҙлектә хәрәкәт иткән водитель аҡ кейемле кешене 55, ә ҡара кейемле йәйәүлене 18 метрҙан күрә. Яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы кейем элементтары 130-150 метрҙан күҙгә салына.