Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Шишмә районында. Ул Алкин-2 ауылында, элекке хәрби часть биләмәһендә "Патриот" хәбри-патриотик мәҙәниәт һәм ял паркы төҙөлөшө менән танышты. 200 гектар биләмәлә эштәр алып барыла. Унда уҡыу үҙәге, тарихи-мемориаль комплекс, ЮНАРМИЯ бүлексәһе, хәрби техника музейы, ашхана, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, һауа-десант ғәскәрҙәре ҡаласығы була. Уҡыу үҙәгендә 8 мең бала башланғыс хәрби әҙерлек үтә, уларға хәрби һөнәри йүнәлеш бирелә. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, йәй айында тәүге балалар бында хәрби йыйын уҙғарасаҡ. 2024 йылға "Патриот" паркы тулы ҡеүәтенә эшләргә тейеш.