Коронавирусты әлегә еңеп булмай

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә 681 кеше коронавирус йоҡторған. 672 пациент тулыһынса һауыҡҡан. 36 кешенең ғүмере өҙөлгән. Әле республикала коронавирус менән 8 меңдән ашыу кеше ауырый. Уларҙы 800-ҙән күберәге дауаханаға һалынған. Ауырыусыларҙың күбеһе 60 йәштән өлкәндәр, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.