Башҡортостан халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыусылар буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар рәтендә

Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, юғары күрһәткестәргә шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Чечен Республикаһы һәм Төньяҡ Кавказдың башҡа төбәктәре өлгәшкән. Башҡортостанға килгәндә, ил өсөн мөһим кампания ойошҡанлы бара.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ишембай районында ғына 85 меңдән ашыу кеше анкета һорауҙарына яуап биреп, әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәткән. Ишәй, Урман-Бишҡаҙаҡ, Байғужа, Маҡар, Көҙән ауылы биләмәләрендә халыҡ иҫәбен алыу тулыһынса тамамланған. Әлегә документтар тикшерелә, контроль саралар уҙғарыла. Башҡа участкалар ҙа эште теүәлләү алдында.

Гөлназ Хәйбуллина