Асҡын районыныда Шаһийән Миңлеғәлиевтың исеме мәңгеләштерелде

Шәхестең тыуған ауылы Солтанбәктә мемориаль таҡтаташ асыу сараһы үтте. Шаһийән Миңлеғәлиевтың фәнни эҙләнеүҙәре Балыҡсы ырыуы тарихын өйрәнеү, нәҫел шәжәрәләрен төҙөү менән бәйле була. Төбәктә уның эшмәкәрлеген әле булһа ла дауам итәләр. Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажында.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Был мәлде Солтанбәк ауылы алҡы күптән көткән. Ауылдаштарының ата-балалары исемен тергеҙеп, шәжәрәләр төҙөүсе Шаһийән Миңлеғәлиевҡа мемориаль таҡтаташ асылды.

Шаһийән Миңлеғәлиев быйыл 90 йыллыҡ юбилейын билдәләгән булыр ине. Ул 1931 йылда Солтанбәк ауылында тыуған. Ғүмеренең өс тиҫтә йылын хәрби хеҙмәткә бағышлай. Хаҡлы ялға сыҡҡас, күптән хыялланған эшенә тотона. Архив документтар тикшереп, ололар менән осрашып Балыҡсы ырыуы хаҡында хеҙмәттәр яҙа. Ошо ырыуға ҡараған нәҫелдәрҙең шәжәрәләрен төҙөй. Шаһийән ағай ярҙамында тарихсылар беҙҙең ауылға, ырыуға иғтибар итте, ти шәхестең туғандары.

Яндырылып көлгә әйләнгән Һөйәнтүҙ ауылы урынында яңынан тамырланып киткән башҡорттар тарихын өйрәнеү еңелдән бирелмәй. Шаһийән Миңлеғәле улының фәнни хеҙмәттәре урындағы халыҡтың асылына ҡайтырға ярҙам иткән.

Сараны башҡорт уйындары биҙәне. Солтанбәк ауылының мәрәгәндәр командаһы республика кимәлендә уҙғарылғанған бәйгеләрҙә призлы урындар яулай. Егеттәр уҡтан атыу серҙәре менән бүлеште. Бынан тыш, таяҡ, арҡан тартыш, суҡмар бәреү кеүек уйындар үткәрелде.

Таҡтаташ асыу тантанаһы күңелле байрам менән дауам итте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, район хакимиәте вәкилдәре урындағы халыҡтың көнкүреше менән яҡындан танышты. Ҡунаҡтарға кәсепселек, ҡул эштәре, шәжәрәләр күргәҙмәһе ойошторолдо.

Әлфинә Килдейәрова