Ғәйнә ырыуынан сыҡҡан күренекле шәхестәр барланды

Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән Пермь крайы «Ҡоролтай» ойошмаһы ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үтте. Онлайн-форматта үткән сара ғәйнә ырыуынан сыҡҡан күренекле шәхестәр темаһына арналды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ғәйнә ырыуы вәкилдәре Башҡортостан һәм Пермь крайы биләмәләрендә йәшәй. Ырыуҙың билдәле шәхестәре тотош милләттең айырым ғорурлығы булып тора. Конференция барышында уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү һорауҙары ла ҡаралды.