«Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» хәйриә ойошмаһынан мәрхәмәтлек байрамы

 Бөтә донъя һуҡырҙар көнөнә башҡалабыҙ Өфөлә тыумыштан күреү һәләтенән мәхрүм балаларға үҙенсәлекле сара ойошторолдо. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала үткән үҙенсәлекле байрам хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Байрамға тыумыштан күреү һәләтенән мәхрүм 20 кеше саҡырылған. Дүртәүһе өлкәндәр, ә ҡалған ун алтыһы балалар. Улар тирә-яҡты тауыштар, эҫтәр һәм эске тойомлау аша ғына ҡабул итә ала. Әммә уйындарҙа мотлаҡ ҡатнашасаҡ. Ҡатнашыу ғына ла түгел, ә ысын хазина эҙләйәсәк.

Булат Юлбарыҫовтың тамырҙары Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан. Ул өсөнсө йыл Өфөләге һуҡырҙар өсөн махсус-интернат мәктәптә белем ала. Хәйриә фондттары ойоштороған байрам үҫмергә бик оҡшаған һәм онотолмаҫ тәъҫораттар менән байытҡан.

Гөлсимә Рыбина ла Өфөләге коррекцион мәктәп-интернатын тамамлаған. Өс тиҫтә йылдан ашыу тыуған мәктәбендә математика фәненән белем бирә. Бындай күңелле осрашыуҙар уҡыусыларҙың күңелен үҫтерә, тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, ҡыйыулыҡ һәм әүҙемлек кеүек сифаттарын арттырып, тиҙ социалләшергә булышлыҡ итә, тигән фекерҙә.

Бөгөнгө байрамды ойоштороусылар сарала ҡатнашыусыларға тәмле һыйҙар һәм иҫтәлекле бүләктәр әҙерләгән. Малай-ҡыҙҙар үҙҙәре эҙләп тапҡан хазинаны асҡыс ярҙамында асып ҡыуанды.

Тыумыштан күреү һәләтенән мәхрүм булғандар көнө Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдиме менән 1984 -се йылдан алып билдәләнә. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда донъяла 284 миллиондан ашыу кешенең күреү буйынса проблемалары бар, уларҙың 39 миллионы тома һуҡырҙар.

Башҡортостанда иһә күреү буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр 5600 кеше. Хәйриә фондттары, ирекмәндәр, эшҡыуарҙар һәм ябай кешеләр уларҙың тормошон,йәшәү рәүешен уңайлы һәм сифатлы итеү өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Бөгөнгө сара ла бөтә хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып ойошторолдо.

Гүзәл Борханова