Бәләкәйҙән спортҡа. Башҡортостандың футбол федерацияһы «Һәр кемгә футбол» пилот проектын ил буйынса таратырға ниәтләй. Әлегә был спорт төрө буйынса дәрестәрҙе мәктәпкәсә учреждениелар программаһына индереү мәсьәләһе федераль кимәлдә ҡарала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПроект сиктәрендә өс йыл элек Өфөләге 61-сы балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн күнекмәләр ойошторола башлағайны. Өҫтәмә дәрестәргә өс йәштән өлкәнерәк малай-ҡыҙҙар йөрөй. Тренерҙар билдәләүенсә, балалар баҡсаһынан уҡ футболға ҡыҙыҡһыныу уятыу буласаҡ чемпиондар әҙерләүгә ышанысты арттыра.
Гөлназ Хәйбуллина